450001, г. Уфа, 50 лет Октября 34
тел. +7 (347) 228-91-77
факс +7 (347) 228-08-98
E-mail: bgau@ufanet.ru

Жизнь университета


Телефонный справочник Башкирского ГАУ СДО "Прометей"
Трудовой специализированый отряд  

 

Вниманию студентов 1 курса факультета заочного обучения!
С информацией о сроках первой сессии, расписаниями занятий, можно ознакомится на сайте fzo.bsau.ru


ветеринар медицинаһы


Ветеринар медицина факультеты 1934 йылдың көҙөндә булдырылған. Беренсе деканы булып доцент Г. И. Рогачев тәғәйенләнгән. Ветеринар медицина факультеты хәҙерге исемен 1996 йылда ала.

Факультет түбәндәге йүнәлештәр буйынса кадрҙар әҙерләй: 111201 «Ветеринария» һәм «Ауыл-хужалығы малдарының ауырыуҙары» йүнәлеше, «Мал һәм үҫемлек ґалдыґтары продукттарын ветеринар-санитар тикшереү» һәм «Ветеринар формация» һөнәрҙәре менән эшләй.

Факультетта 500-ҙән ашыу көндөҙгө һәм 150-нән ашыу ситтән тороп уҡыу бүлеге студенттары уґый.

Йыл һайын Ветеринар медицина факультеты студенттары Башґортостан республикаһы вуздары араһында ғилми эштәр буйынса, студенттар араһында үткәрелә торған республика конкурстарында ґатнашалар һәм призлы урындарҙы «Медицина һәм Ветеринария» буйынса алалар. 2007 йылда факультеттың 4,5 курс студенттары командалары Волга федераль округында үткән «Ветеринария – иң яґшы һөнәр» тигән конкурста ґатнаштылар һәм төрлө номинацияларҙа призлы урындар яуланылар.

 

Хәҙерге ваґытта факультетта ҙур квалификациялы профессорҙар, уґытыусылар составы булдырылған. Факультетта 4 кафедра эсендә 45-тән ашыу уґытыусы – ун дүрт профессор һәм фән докторы, шул иҫәптән Башґортостан республикаһы Фән Академияһының бер академигы, Башґортостан республикаһының ике атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре, Рәсәй Федерацияһының ветеринар медицина Академияһының буйынса 3 академигы, 31 доцент һәм шулай уґ өлкән уґытыусылар һәм ассистенттар.

Факультет ғалимдары тарафынан зоонтропоноздарҙы туҡтатыу һәм профилактикалау буйынса ғилми эштәр булдырылған. Республиканың уңдырышһыҙ райондарын улар һауыҡтырыуҙа ярҙам итә (А. С. Сагитова, Г. З. Хазиев); Малдарҙың организмының актив механизмын һаҡлау буйынса специфик булмаған факторҙарҙы регуляциялау (Е. П. Дементьев), малдар оранизмын һаҡлау көсөн күтәреүсе иммуномодулятор схемаларын ҡулланыу һәм акупунктураны файҙаланыу булдырылды (А. В. Андреева) һ. б.

Һуңғы ун йыл эсендә Ветеринар Медицина факультеты уҡытыусылары тарафынан 1350 баҫма эштәр, шулай уҡ 52 монография, 57 китап һәм уҡыу ҡулланмалары баҫылып сыҡты һәм дүрт патент алынды.

Факультетта Ветеринар Медицинаһының консультацион-диагностик үҙәге булдырыла һәм тулы хаҡта эшләп килә.

Факультет үҙенең эшләп килгән ваҡыт араһында 6 меңгә яҡын юғары квалификациялы белгестәр әҙерләй.

Бөгөнгө көндә, факультетта, эске йоғошһоҙ ауырыуҙар, клиник диагностика һәм фармакология; анатомия, патологик анатомия, акушерлыҡ һәм хирургия; зоогигиена, эпизоотология, ветеринар-санитар тикшереү, паразитология, микробиология һәм вирусология; сит телдәр кафедралары эшләп килә.

Адрес: 450001, Башҡортостан Республикаhы, Өфө ҡалаhы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 34,  корп. 4, каб. 28
Тел. +7 (347) 228-08-57
E-mail: vgimranov@bsau.ru


Все права защищены © 2009
Башкирский государственный аграрный университет
Создание сайтов в Уфе
«Экспресс лаб»