450001, г. Уфа, 50 лет Октября 34
тел. +7 (347) 228-91-77
факс +7 (347) 228-08-98
E-mail: bgau@ufanet.ru

Жизнь университета


Телефонный справочник Башкирского ГАУ СДО "Прометей"
Трудовой специализированый отряд  

 

Вниманию студентов 1 курса факультета заочного обучения!
С информацией о сроках первой сессии, расписаниями занятий, можно ознакомится на сайте fzo.bsau.ru


урман хужалығы һәм ерҙе төҙөкләндереү


Урман хужалығы һәм ерҙе төҙөкләндереү факультеты килеп сыҡҡандан әлеге көнгәсә бик ҙур үҫеш юлы үткән: ул 1947-61 йылдарҙағы «урман хужалығы» һөнәрен уҡытыуҙан, 1978 йылғы «Гидромелиорация» һөнәрен асҡанға тиклем, 1979 йылдағы урман хужалығындағы инженерҙарҙы әҙерләүҙе тергеҙеүҙән, 1980 йылғы Урман хужалығы һәм гидромелиорация факультеты барлыҡҡа килеүгәсә 1989 йылдағы реорганизациялауҙан һуң, 2001 йылдағы урман хужалығы һәм ерҙе төҙөкләндереү факультеты менән берләшеүгә тиклем үҙгәреп килә.

Бөгөн факультетта 55 педагог һәм ғилми хеҙмәткәрҙәр әшләй, шуларҙың 15-е профессорҙар һәм фән докторҙары, 20-һе доценттар һәм фән кандидаттары.

Урман хужалығы һәм ер төҙөлөшө факультетында 950 студент уҡый. Юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү буйынса 7 һөнәр эшләп килә. Улар: 120301 Ер төҙөлөшө (ер ресурстары менән идара итеү йүнәлеше), 120302 Ер кадастрлығы (ерле мөнәсәбәттәрҙә Дәүләт идаралығы), 120303 Ҡала кадастрлығы (күсемһеҙ милек һәм ер баһаһы), 250201 Урман хужалығы (урман һәм урман–парк хужалығы), 250202 Баҡса–парк һәм ландшафтлы төҙөлөш (Ландшафт/ баҡса-парк) төҙөлөшө һәм хужалығы, 280402 Тәбиғәт программаһы буйынса төҙөкләндереү (ауыл хужалығы ерлеген төҙөкләндереү), 270102 Сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшөнә бүленә. Ҡала һәм ер кадастрлығы һөнәре буйынса факультет нигеҙендә ҡабаттан квалификациялау курстары үткәрелә һәм ландшафт дизайны, ер төҙөлөшө һәм урман хужалығы буйынса квалификация күтәреү курстары үткәрелә.

 

Факультеттың үҙәк ғилми йүнәлеше булып Көньяҡ Урал урмандарының һөҙөмтәлеген күтәреү (А.Ф. Хайретдинов), ауыл хужалығы ерҙәрен йәшелләндереү һәм ландшафт дизайны (В.Ф. Коновалов, Л.Н. Блонская), Көньяҡ Уралда, урман менән ҡулланыуҙы рекреациалау һәм Урал алды урман–аграр ландшафттарын оптимизациалау (С.И. Конашева); урманды үҙләштереү буйынса проекттар төҙөү (К.М. Габдрахимов, М.Р. Сахибгареев); предприятияларҙа етештереү процесстарын гидромеханизациялау һәм уның сараларын камиллаштырыу (А.Р. Хафизов), йәшәү урындары майҙанын хаҡлы биләмәләү (М.Г. Ишбулатов, Л.Р. Загитова); ауыл–хужалығы предприятиеһының эске хужалыҡ ер төҙөлөшө (Х.М. Сафин), ер мөнәсәбәтенең ер хужалығындағы идаралығы (М.Г. Ишбулатов), һуғарыу ерҙәренең эффектлығын күтәреү (Р.А. Алмаев, М.Г. Ишбулатов); гидроүҙәк ҡоролмаларының ҡурҡынысһыҙлыҡ декларацияһын булдырыу һәм уларҙы техник яҡтан тикшереү, йылғаларҙың һыу йыйыу ҡоролмаларын комплекслы төҙөкләндереү (Р.Ф. Абдрахманов, А.Р. Хафизов), Башкортостанда һыу һыуһаҡлағыстарының сифатын алдан әйтеү (А.Р. Хафизов, Р.А. Сакаев); ҡатмарлы тупраҡлы шарттарҙа нигеҙҙе проектлау (И.Б. Рыжков, А.Р. Хафизов); битләүҙәрҙең һәм һөҙөк биттәрҙең ныҡлығын баһалау (И.Б. Рыжков). Факультетта урман ғилми-эҙләнеүҙәр институты эшләп килә (М.Р. Сахибгареев).

 

 

Һуңғы 10 йыл эсендә уҡытыусылар тарафынан 700 баҫма эш нәшер ителә, шуларҙың 36-һы монография, 15-е китап һәм уҡыу ҡулланмалары, 33 авторлыҡ таныҡлығы.

Факультет 4 меңдән ашыу юғары квалификациялы белгестәр әҙерләй.

Бөгөн факультетта ғилми һәм уҡыу эше буйынса урман хужалығы, урман культуралары, ер төҙөлөшө; күсемһеҙ милек кадастрлығы һәм геодезия, тәбиғәт төҙөкләндереү, төҙөлөш һәм гидравлика кафедралары эшләп килә.

 

450001, Башҡортостан Республикаhы, Өфө ҡалаһы, 8 марта урамы, 17, каб. 501
Тел. +7 (347) 228-08-71
E-mail: gabdrahimov@mail.ru


Все права защищены © 2009
Башкирский государственный аграрный университет
Создание сайтов в Уфе
«Экспресс лаб»