450001, г. Уфа, 50 лет Октября 34
тел. +7 (347) 228-91-77
факс +7 (347) 228-08-98
E-mail: bgau@ufanet.ru

Жизнь университета


Телефонный справочник Башкирского ГАУ СДО "Прометей"
Трудовой специализированый отряд  

 

Вниманию студентов 1 курса факультета заочного обучения!
С информацией о сроках первой сессии, расписаниями занятий, можно ознакомится на сайте fzo.bsau.ru


мәғлүмәт технологиялары һәм идара итеү


Факультет 2005 йылдың декабрь айында булдырыла. Ул менеджерҙарҙы 080504 муниципаль һәм дәүләт идаралығы «Муниципаль хоҡуҡ һөнәрселеге менән» һәм информатик- экономистарҙы 080801 «Иҡдисадта ҡулланма информатика», «Бухгалтер учеты һәм аудиттың информацион системалары» һөнәрселеге менән әҙерләй. Беренсе деканы булып тарих фәндәре кандидаты, доцент Р. М. Зиязетдинов һайлана.

Факультетта 130 уҡытыусы эшләй. Шуларҙан: 14 фән докторҙары һәм профессорҙары, 70-е фән кандидаттары һәм доценттары.

Бөгөнгө көндә бөтә йүнәлеш буйынса факультет 500-ҙән ашыу студент уҡытыла. 2005-2008 йылдарҙа «Муниципаль һәм дәүләт идаралығы» һөнәрселеге студенттары үҙҙәренең ғилми хәбәрҙәре менән: Мәскәүҙә, Пермьдә, Кировта, Һамарҙа ҡатнаштылар, йыйынтыҡтарҙа 200-ләп мәҡәлә баҫтырҙылар.

Университет конкурстарында 10 студент еңеүсе булды; Волга аръяғы регион-ара конкурсында 3 студент 2-се урындарҙы яулай. Икенсе Бөтә Рәсәй ғилми-практик конференцияла, йәш ғалим һәм аспиранттар Л. Ф. Абуталипова, З. Р. Камалова 1-се, 2-се дәрәжәләге дипломдарға лайыҡ булдылар. «Иҡдисадта ҡулланма информатика һөнәре» студенттары В. М. Аркадеева һәм Р. М. Шакирова, профессор М. Н. Вәлиев менән авторлыҡта ЭВМ программалары өсөн рәсми теркәү таныҡлығын алдылар.

 

2009 йылда идаралыҡ һәм мәғлүмәт технологияһы факультеты үҙенең беренсе, яңы мәғлүмәти системалы белеме булған иҡдисад, муниципаль һәм дәүләт идаралығы өлкәһе белгестәрен сығара.

Факультетта 5 ғилми мәктәп эшләй. Улар: тигеҙ булмаған иҡдисади тәғлимәт (В. К. Нусратуллин), агро-хужалыҡ мөнәсәбәтен хоҡуҡи көйләү (Т. Р. Ханнанова, Р. А. Ханнанов); Рәсәй халҡы хоҡуғының юридик хәҡиҡәт тәғлимәте (Р. А. Ханнанов); интернационализация һәм милли мәҙәни үҙенсәлеге тел системаһы факторы булараҡ (А. Н. Антышев); Рәсәй йәмғиәтенең трансформацион шарттарындағы ижтимағи һәм ижтимағи-сәйәси барышы (Р. Р. Галлямов) булып тора.

Һуңғы 3 йыл эсендә уҡытыусылар тарафынан: 25 монография, 18 уҡыу ҡулланмалары, 500 ғилми мәҡәләләр, ЭВМ – программалары өсөн ете теркәү таныҡлығы алына, 24 кандидатлыҡ һәм бер докторлыҡ диссертацияһы яҡлана.
Факультетта уңышлы мәғлүмәт технологиялы ғилми эҙләнеүҙәр институты (А. Ф. Кунафин), хоҡуки ер үҙәге (Р. А. Ханнанов), сит телдәрҙе тәржемә итеү һәм төплө өйрәнеү үҙәге эшләп килә (О. Н. Новикова).

Факультет 6 кафедранан тора: муниципаль һәм Дәүләт идаралығы; информатика һәм мәғлүмәт технологиялары; хоҡуҡ; иҡдисади тәғлимәт, тарих һәм мәҙәниәт; фәлсәфә, социология һәм педагогика.

 

Адрес: 450001, Башҡортостан Республикаhы, Өфө ҡалаhы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 34,  каб. 364
Тел. +7 (347) 252-62-14


Все права защищены © 2009
Башкирский государственный аграрный университет
Создание сайтов в Уфе
«Экспресс лаб»