450001, г. Уфа, 50 лет Октября 34
тел. +7 (347) 228-91-77
факс +7 (347) 228-08-98
E-mail: bgau@ufanet.ru
Телефонный справочник Башкирского ГАУ СДО "Прометей"
Трудовой специализированый отряд  

 

Вниманию студентов 1 курса факультета заочного обучения!
С информацией о сроках первой сессии, расписаниями занятий, можно ознакомится на сайте fzo.bsau.ru


аҙыҡ–түлек технологияһы


2001 йылдың 27 августында Башҡорт дәүләт аграр университетының ғилми кәңәшмәһе тарафынан аҙыҡ–түлек технологияһы факультеты барлыҡҡа килтерелә һәм уның 1-се деканы булып техник фәндәр кандидаты, доцент В.З. Фасхутдинов тәғәйенләнә.

Факультет инженерҙарҙы 260201 Бойҙай эшкәртеү һәм һаҡлау технологияһы (ашлыҡ продукттарын һаҡлау технологияһы йүнәлеше), 260202 һалма әҙерләмәләре, кондитер һәм икмәк технологиялары (кондитер әҙерләмәләренең технологияһы йүнәлеше), 260204 Әсеү һәм шарап яһау етештереү технологияһы (икмәк бешереү сүпрәләре, ликер–шарап әҙерләмәләре һәм спирт технологияһы йүнәлеше, 260501 йәмәғәт туҡланыу аҙыҡ–түлеге технологияһы (кулинар продукттарҙы һәм кондитер изделиеларҙы үҙәк ойошмалы етештереү технологияһы йүнәлеше); 260303 Һөт продукттары специализацияһы (Һөтлө–аҡһым концентраттары һәм айыртылмаған һөт продукттары биотехнологияһы йүнәлеше); 260601 аҙыҡ–түлек етештереү аппараттары һәм машиналары (аҙыҡ–түлек етештереү ҡоролмаларының технологияһы йүнәлеше) һәм 260602 ваҡ предприятиеларҙың аҙыҡ–түлек инженерияһы (аймал продукттарын етештереү һәм ваҡ предприятиеларҙың аҙыҡ–түлек инженерияһы йүнәлеше) буйынса әҙерләй. Көндөҙгө бүлек студенттары һаны 950 -гә етә.

 

Белгестәрҙең юғары әҙерлеген юғары квалификациялы педагогтар составы тәьмин итә. Уларҙың составына 68 кеше инә, шуларҙың береһе академик, 6 доктор һәм профессорҙар, 52 фән кандидаттары һәм доценттары. Өфө ҡалаһының алдынғы эшкәртеү предприятиеһы нигеҙендә етештереү өлкәһендә кафедралар барлыҡҡа килтерелә. Былар ғилми һәм профессиональ кадрҙарҙы әҙерләүгә генә тугел, ә туҡланыу продукттарын етештереү өлкәһендәге нигеҙле һәм ҡулланма ғилми эштәрҙе үҫтереүгә лә булышлыҡ итә.

Әлеге ваҡытта ғилми эҙләнерҙәр: «Малсылыҡ һәм үҫемлекселек продукцияларын етештереү технологияларын камиллаштырыу» (А.В. Савельев, С.А. Угонова), «Тутығыу ингибиторҙары һәм биологик ҡушылмалар синтезы (Н.Г. Нигматуллин), «Мал өсөн тамыраҙыҡтарҙы етештереү өсөн техник саралар һәм технологияларҙы ҡороу» (Г.П. Юхин) йүнәлештәре буйынса бара.

Факультетта «Ауыл хужалығы продукцияһын һаҡлау һәм технологик саралар менән етештереү технологияһы» ғилми инновацион үҙәге эшләп килә. (А.А. Катков). Йыл һайын ғилми–инновацион, ғилми-техник программаларҙа, күргәҙмәләрҙә, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конференцияларында ҡатнашырға студенттар, аспиранттар һәм йәш ғалимдар йәлеп ителә. Факультет килеп сыҡҡандан алып, унда 21 кандидатлыҡ һәм 1 докторлыҡ диссертациялары яҡлана.

 

 

Һуңғы йылдарҙа факультетта уҡытыусылар тарафынан 371 баҫма эштәр нәшер ителә, шуларҙың 14 – монография, 30 китап һәм уҡыу ҡулланмалары. Факультет 500 кешенән торған 4 сығарылыш әҙерләй.

Уҡыу процесы университеттың 48 кафедраһында үткәрелә, шуларҙың 5 - етештереү предприятиелары һәм малсылыҡ ҡоролмаларының технологияһы кафедраһы, хәүефһеҙлек техникаһы һәм экология, химия, һаҡлау технологияһы һәм үләнселек продукцияһын етештереү, ит һәм һөт технологиялары кафедралары аҙыҡ–түлек технологиялары факультеты составына инә.

 

450001, Башҡортостан Республикаhы, Өфө ҡалаһы, Хадия Давлетшина урамы, 6, каб. 201
Тел. +7 (347) 228-07-17
E-mail: bsau-fpt@mail.ru


Все права защищены © 2009
Башкирский государственный аграрный университет
Создание сайтов в Уфе
«Экспресс лаб»