450001, г. Уфа, 50 лет Октября 34
тел. +7 (347) 228-91-77
факс +7 (347) 228-08-98
E-mail: bgau@ufanet.ru

Жизнь университета


Телефонный справочник Башкирского ГАУ СДО "Прометей"
Трудовой специализированый отряд  

 

Вниманию студентов 1 курса факультета заочного обучения!
С информацией о сроках первой сессии, расписаниями занятий, можно ознакомится на сайте fzo.bsau.ru


энергетик


Энергетик факультет 1998 йылдан бирле әшләп килә (2007 йылға тиклем ул ауыл хужалығын электрификациялау һәм автоматизациялау факультеты булып һаналған).

Энергетик факультет 110302 Ауыл хужалығын электрификациялау һәм автоматизациялау (ауыл хужалығын электр менән тәьмин итеү һәм технологик процесстарҙы электрификациялау йүнәлештәре), 140106 предприятиеларҙы энергия менән тәьмин итеү (АПК һәм коммуналь хужалыҡтар предприятиеларын энергия менән тәьмин итеү йүнәлештәре), Агроинженерия йүнәлеше буйынса бакалаврҙар һөнәрҙәре буйынса әҙерләү үткәрә.

Бөгөнгө көндә факультетта 46 уґытыусы әшләй, шуларҙын 5-һе доктор һәм 24-е техник фәндәр кандидаты. Көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 1050 студент белем ала. Факультет студенттары ғилми эштәр конкурстарында һөҙөмтәле ґатнашалар (республика кимәлендә 3, Бөтә Рәсәй кимәлендә 1 диплом яулай), ә уларҙың хеҙмәттәре техник нәтижә буйынса 3 патентґа лайыҡ булған.

 

Үҙенең ғилми хеҙмәттәре менән энергетик факультеты, хатта Башкортостан республикаһы сиктәрендә лә киң билдәле. Төп ғилми эҙләнеүҙәр булып факультетта ауыл хужалығы продукцияһы берәмегенең киткән энергия сығымының кәметелеүе, энергияны рациональ тәьмин итеү сараларына нигеҙләнеүе һәм иҫәп – хисабы (Р.С. Аипов, Л.П. Андрианова), ҡыяҡлы үҫемлектәр орлоҡтары сығышын стимуляциялау һәм уңдырышлығын арттырыу өсөн әшләнгән электр ҡоролмалар етештереү (А.И. Желтоухов), ферма хужалығын һыу менән тәьмин итеү һәм һыу биреү автоматикаһын етештереү (А.И. Иванов); Йылытма хужалыҡтарында, йәшәү пункттары урамдарында автоматик ҡоролма менән яҡтылыҡ биреү менән идара итеү (А.И. Иванов); Һаҡланма объекттың энергетик йоғонтоһон температур режимын оптималь система нигеҙендә идара итеү менән күтәреү; ауыл хужалығында СВЧ ҡулайламаларын ҡулланыу өсөн техник нәтижәләр һәм технологиялар һ.б.

Факультетта техник ҡоролмаларҙың электрик тәғәйенләнеүен өйрәнеүсе һәм электр ҡоролмаларҙы дөрөҫ тотоноу ҡағиҙәләрен булдырыусы «Энергоаудит» (А.В. Линенко) лабораторияһы эшләп килә.

 

 

Факультетта ғилми эҙләнеү эштәре буйынса 3 докторлыҡ һәм 9 кандидатлыҡ диссертациялары яҡланған. Ғилми эҙләнеүҙәр киң фәнни спектр буйынса үткәрелә, эҙләнеүҙәрҙе дөйөм финанслау 3 миллион һумға барып төшә, был рәткә Рәсәй президенты гранты ла инә.

Уйлап табылған ҡоролмаларға 40 патент алынған, 10 компьютер программалары теркәлгән, 400 ғилми эш, 8 монография, УМО грифы уҡыу ҡулланмалары нәшер ителгән.

Энергетик факультет 1400 инженер-электриктар әҙерләгән.

Бөгөн факультет составына: физика; автоматика һәм электротехника; ауыл хужалығын электр менән тәьмин итеүсе һәм электр ҡулланыусы машина һәм ҡоролмалар; двигатель һәм йылытыу техникалары автотракторҙары кафедралары инә.

 

Адрес: 450001, Башҡортостан Республикаhы, Өфө ҡалаhы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 34,  корп. 3, каб. 386
Тел. +7 (347) 252-66-10
E-mail: aipov@bsau.ru
 


Все права защищены © 2009
Башкирский государственный аграрный университет
Создание сайтов в Уфе
«Экспресс лаб»