450001, г. Уфа, 50 лет Октября 34
тел. +7 (347) 228-91-77
факс +7 (347) 228-08-98
E-mail: bgau@ufanet.ru

Жизнь университета


Телефонный справочник Башкирского ГАУ СДО "Прометей"
Трудовой специализированый отряд  

 

Вниманию студентов 1 курса факультета заочного обучения!
С информацией о сроках первой сессии, расписаниями занятий, можно ознакомится на сайте fzo.bsau.ru


иҡтисад


1966 йылда «Ауыл хужалығы ойошмаһы һәм иґдисады» һөнәре асылыу сәбәпле иҡдисад факультеты булдырыла. Беренсе деканы булып О.И. Щепанский тәғәйенләнә.

Бөгөн факультетта 4 һөнәр буйынса әҙерлек алып барыла. Улар: 080502 «Иҡтисад һәм предприятиела идара итеү» (производство булдырыу йүнәлеше), 080109 «Бухгалтер учеты, анализ һәм аудит» (АПК коммерция ойошмаларында бухгалтер учеты, анализы һәм аудиты йүнәлеше), 080105 «Финанс һәм кредит» (Финанс менеджменты йүнәлеше), 080111 «Маркетинг» (ауыл хужалығы продукциялары маркетингы йүнәлеше) һәм Менеджмент йүнәлеше буйынса бакалаврҙар.
Уҡыусылар контингенты 2,7 мең кешенән тора, шуларҙың 1200-ҙө - көндөҙгө булек студенттары. Факультетта даими рәүештә студенттар араһында ғилми эштәр конкурстары үткәрелә. Шуларҙың иң яҡшылары республика һәм Бөтә Рәсәй турҙарында ҡатнашҡан. Шулай, Волга аръяғы округында «Бухгалтер учеты, анализы һәм аудиты» һөнәре буйынса үткәрелгән студенттар конкурсында ( Ижевск ҡалаһы) студенттар 2 урын, 2008 йылғы Республика кимәлендә иҡтисад олимпиадаһында, 2007 йылда «ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙары» Бөтә Рәсәй олимпиадаһында, 080502 « АП предприятитиеһында (ойошмаһында) идара итеү һәм уның иҡтисады һөнәре (Саранск ҡалаһы) буйынса үткәрелгән Волга аръяғы окруғындағы конкурсында 3-сө урын яулай. 2007 йылда факультет Башҡортостан республикаһы вуздары студенттары өсөн үткәрелгән ғилми эштәр конкурсында Республика лауреатына лайыҡ булды.

Профессор һәм уҡытыусылар рәтенә 10 фән докторҙары һәм профессорҙары, 65 фән кандидаттары, 32 өлкән уҡытыусылар һәм ассистенттар инә.

Үҙҙәренең уҡытыу-методик эштәрен уҡытыусылар факультетта ғилми эшмәкәрлек менән уңышлы ҡатнаштыра. «Хужалыҡты агроһатыулыҡ секторында иҡтисади механизациялауҙы камиллаштырыу» темаһы нигеҙендә факультетта: финанс яҡтан ауылдағы тауар етештереүселәрҙе хәлләндереү (Г.А. Хабиров, Л.М. Кликич), аграр етештереү секторында эшселәр хеҙмәтен мотивациялау (Р.М. Сайранов), аграр секторы иҡтисадының финанс–кредит механизмы (Р.Р. Яруллин), ауыл хужалығы предприятиеһында ойошма менән идара итеү һәм уны камиллаштырыу ( Р.Р. Галиев); ауыл хужалығында тауар етештереүселәрҙе информацион яҡтан ҡарау. ( Н.Т. Рафикова, В.П. Кулешова).

Һуңғы 10 йыл эсендә факультет уҡытыусылары тарафынан дөйөм күләме 820,3 п.б. булған монография баҫыла, ВАК журналдарында 75,2 п.б. күләмле мәҡәләләр нәшер ителә, ауыл хужалығы производствоһы ойошмалары өсөн 57 рекомендация әҙерләнә.

Бухгалтер учеты кафедраһы нигеҙендә « 1С: Предприятие» ( 1С: Бухгалтерия 7.7, 8.0) программалары буйынса белгестәр әҙерләү өсөн уҡыу үҙәге эшләп килә.

Һуңғы 10 йыл эсендә иҡтисад факультеты 7 мең юғары квалификациялы белгес әҙерләй.

Факультет составына 7 маҡсуслаштырылған кафедра инә. Улар: аграр етештереү ойошмаһы; аграр етештереү иҡтисады; менеджмент һәм маркетинг; бухгалтер учеты һәм аудиты; финанс; һалым һәм кредит; иҡтисадта мәғлүмәт системаһы һәм статистикаһы.

Адрес: 450001, Башҡортостан Республикаhы, Өфө ҡалаhы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 34,  каб. 339а
Тел. +7 (347) 278-59-97
E-mail: W.N.Lukianow@rambler.ru


Все права защищены © 2009
Башкирский государственный аграрный университет
Создание сайтов в Уфе
«Экспресс лаб»