450001, г. Уфа, 50 лет Октября 34
тел. +7 (347) 228-91-77
факс +7 (347) 228-08-98
E-mail: bgau@ufanet.ru

Жизнь университета


Телефонный справочник Башкирского ГАУ СДО "Прометей"
Трудовой специализированый отряд  

 

Вниманию студентов 1 курса факультета заочного обучения!
С информацией о сроках первой сессии, расписаниями занятий, можно ознакомится на сайте fzo.bsau.ru


биология технологияһы


Биология технологияһы факультеты 1930 йылда малсылыҡ факультеты булып асыла һәм уның деканы итеп Ш. Н. Чанборисов ҡуйыла. 1933 йылда факультет зоотехник, 1976 йылда – зооинженерлыҡ, 1995 йылда – факультетты «Етештереү технологияһы һәм малсылыҡ продукцияһын эшкәртеү» - тип атап йөрөтәләр, 2004 йылдан киренән зооинженерлыҡ исемен ҡайтарып, инде 2007 йылда факультет кире – биология технология факультеты тип йөрөтөлә башлай.

Бөгөнгө көндә факультет юғары квалификациялы специалистар әҙерләүҙе шундай һөнәрҙәр буйынса алып бара: 110401 Зоотехния йүнәлеше үҙ эсенә: «Малсылыҡ продукцияһын етештереү технологияһы», «Ҡошсолоҡ» һәм «Кинология» бүлектәрен, 020201 Биология йүнәлеше «Һунарсылыҡ» бүлегенә һәм 110305 Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү технологияһы специализацияһы «Малсылыҡ продукцияһын етештереү технологияһы» бүлегенә бүленә.

Хәҙерге ваҡытта факультетта көндөҙгө бүлектә 500-ҙән ашыу һәм киске бүлектә 200-гә яҡын талип уҡый, улар араһында Ҡазаҡстан, Төркмән, Вьетнам граждандары ла бар. Һәр йыл факультет студенттары һөнәр буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашалар һәм призлы урындар алалар. Өс йыл эсендә Башҡортостан республикаһында ғилми эштәр буйынса 15 студент – дипломант һәм 12 студент лауреат булған. Йыл һайын факультетта 2-3 студент практиканы Германия ферма хужалығында, 6-7 студент Даниялағы ауыл хужалығы предприетияһында, шулай уҡ Голландия яҡтарына бер йылға уҡырға барып ҡайталар.

 

Дүрт кафедрала 46 уҡытыусы, шул һанда 18 доктор, профессор, һәм фән кандидаты һәм доценты эшләй.

Факультетта ун ғилми етештереү йүнәлеше һәм малсылыҡ продукцияһын эшкәртеү буйынса ғалимдар уңышлы эшләй. Ғилми эҙләнеүҙәр әлеге ваҡытта булған мәсьәләләрҙе камиллаштырыу, яңы селекцион-генетик ысул менән малдарҙың һөҙөмтәлелеге һәм уларҙың төрлө ауырыуҙарға ҡарата хәле өҫтөндә алып барыла (С. Г. Исламова, А. М. Ишемгулов), тоҡомло хайуандарҙа молекуляр һәм имун-генетик тикшереү үткәрелә (И. Ю.Долматова), ресурс һәм энергия һаҡлау технологиялары әҙерләмәләре етештерелә, аҙыҡты һаҡлау һәм әҙерләү саралары күрелә (Ф. С. Хазиахметов), иң ҡулайлы рацион һәм малсылыҡ тармағы өсөн әҙерләнгән аҙыҡтың иҫәп-хисабы барлыҡҡа килтерелә (Т. А. Фаритов), малсылыҡ, сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ, йәнлекселек, һарыҡсылыҡ тармаҡтарында һөт һәм ит аҙыҡтарын етештереүҙең (параметрҙары) технологик дәүмәлдәре ҡарала (А. В. Близнецов, Х. Х. Тагиров, Р. С. Гизатуллин, Р. М. Мударисов), ауыл хужалығы ҡоштары һәм сусҡаларының рационындағы ғәҙәти булмаған аҙыҡ өҫтәмәләре һәм БАВ-тың ҡулланылыуы тикшерелә (Р. Р. Гадиев, А. В. Близнецов), селекцион ояларҙа һыу ҡоштарын технологик яҡтан аҫрау камиллаштырыла (Р. Р. Гадиев), һөҙөмтәлекте физиологик һәм биохимик нигеҙҙә күтәреү һәм бал ҡорто ғаиләләренең комплекслы ҡулланылыуҙары өйрәнелә (А. М. Ишемгулов, В. Р. Туктаров, М. Г. Гиниятуллин һ.б.).

 

 

Һуңғы биш йылда факультет хеҙмәткәрҙәре менән бер меңдән ашыу ғилми мәҡәлә, 23 монография, 26 китап һәм уҡыу ҡулланмалары баҫтырыла, уйлап табылмаға 6 патент алынған, 24 кандидатлыҡ һәм 10 докторлыҡ диссертациялары яҡланған.

Факультет үҙенең эшләп килеү осоронда 9 меңдән ашыу зоотехник әҙерләй.

Әлеге ваґытта факультет 4 кафедраға нигеҙләнә: малсылыґ продукцияһын етештереү технологияһы, хайуандарҙы туґландырыу һәм уларҙың физиологияһы, ауыл хужалығы малдарын үрсетеү, биология, умартасылыґ һәм һунарсылыґ.

Aдрес: 450001, Башҡортостан Республикаhы, Өфө ҡалаһы, 8 марта урамы, 17, каб. 432
Тел. +7 (347) 228-07-73
E-mail: rgadiev@mail.ru


Все права защищены © 2009
Башкирский государственный аграрный университет
Создание сайтов в Уфе
«Экспресс лаб»