450001, г. Уфа, 50 лет Октября 34
тел. +7 (347) 228-91-77
факс +7 (347) 228-08-98
E-mail: bgau@ufanet.ru

Жизнь университета


Телефонный справочник Башкирского ГАУ СДО "Прометей"
Трудовой специализированый отряд  

 

Вниманию студентов 1 курса факультета заочного обучения!
С информацией о сроках первой сессии, расписаниями занятий, можно ознакомится на сайте fzo.bsau.ru


ауыл хужалығын механизациялаштырыу


Аграр профилле инженер кадрҙарҙа мохтажлыҡ артыуы һәм ауыл хужалығында комплекслы етештереү механизацияһының күләме артыуы сәбәпле ауыл хужалығын механизациялаштырыу факультеты 1950 йылда булдырыла.

Факультет составында 1950 йылда ауыл хужалығы механизацияһы һәм физика кафедралары асыла. Факультеттың беренсе деканы булып билдәле педагог, доцент З. М. Яшин ҡуйыла.

Факультет Башҡортостан республикаһының агросәнәғәт комплексына инженер кадрҙар әҙерләү өсөн һәм вузда яңы факультет һәм һөнәрҙәр асыу өсөн база булып тора. Әлеге ваҡытта факультет 110301 Ауыл хужалығын механизациялаштырыу (ауыл хужалығы техникаһын файҙаланыу йүнәлеше), 190601 Транспорт һәм транспорт хужалығы (техник яҡтан транспорттарҙы файҙаланыу йүнәлеше), профессиональ уҡыу буйынса педагогтарҙы 050505 ауыл хужалығында етештереү механизацияһы менән профессиональ уҡыу (Агроинженерия)/ 2007 йылда беренсе сығарылыш/, Агроинженерия йүнәлеше буйынса бакалаврҙар һөнәрҙәре буйынса әҙерләй.

 

Факультетта 94 юғары квалификациялы штат уҡытыусылары, шулай уҡ 11 профессор һәм фән докторҙары, 59 фән кандидаттары һәм доценттар эшләйҙәр.

Факультетта ауыл хужалығы машиналарының иҫкергән деталдәрен ресурс һаҡлау технологияһы менән яңыртыу (М. Н. Фархшатов, Э. Л. Левин), дизель яғыулыҡлы системаларҙы ремонтлау, ҡулланыу һәм ҡоролошон камиллаштырыу (Радик М. Баширов), ауыл хужалығының мобиль техникалары һәм тракторҙар, автомобиль сервистарының техник саралары һәм технологиялары (И. И. Габитов, А. В. Неговора) фәнни йүнәлештәр барлыҡҡа килтерелә.

Һөҙөмтәләр буйынса һуңғы 10 йыл эсендә факультеттың профессор-уҡытыусылары тарафынан ғилми эҙләнеү эштәре буйынса 20 монография, 39 китап һәм гриф менән уҡыу ҡулланмалары, Рәсәй Федерацияһы Мәғәриф министырлығы ВАК составына инеүсе 156 мәҡәлә нәшер ителә, ыңғай нәтижә һәм 83 патент алына.

Факультетта НПФ «Башдизель», лаборатория № 19 ГОСНИТИ «Автотрактор һәм комбайн дизелдәренең яғыулыҡ аппаратураларын техник сервислау саралары һәм технологиялары», «Ремонт. Тергеҙеү. Яңыртыу» (ЧНПЦ «РВМ»), «Инжиниринг үҙәге» һәм «Внедрение» инновацион ғилми етештереү структур бүлексәләре эшләй.

Әлеге ваҡытта факультетта 1.5-дан ашыу студенттар уҡый, шуларҙың 950-һе көндөҙгө бүлектә. Факультет студенттары техник вуздар араһында зональ һәм Рәсәй олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары булып тора. Факультет командаһы ауыл хужалығы һөнәре һәм механизм, машина һәм ауыл хужалығы механизацияһы, материалдар ҡаршылығы теорияһы буйынса техник вуздар араһында бөтә Рәсәй студенттары олимпиадаһында инде 8 йыл рәттән беренсе урын алып, уны уңышлы тамамлап килә.

 

 

Әлеге көнгәсә факультет 8 меңдән ашыу инженер әҙерләгән.

Хәҙерге ваҡытта факультет составында 8 кафедра: математика; һыҙма геометрия һәм графика; теоретик һәм ҡулланма механика; ауыл хужалығы машиналары; тракторҙар һәм автомобилдәр; металл технологиялары һәм машина йүнәтеү, машина-трактор паркын һәм автомобилдәрҙе ҡулланыу инә.

 

Адрес: 450001, Башҡортостан Республикаhы, Өфө ҡалаhы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 34,  корп. 3, каб. 394
Тел. +7 (347) 228-08-96
E-mail: gabdrafikov@mail.ru


Все права защищены © 2009
Башкирский государственный аграрный университет
Создание сайтов в Уфе
«Экспресс лаб»