450001, г. Уфа, 50 лет Октября 34
тел. +7 (347) 228-91-77
факс +7 (347) 228-08-98
E-mail: bgau@ufanet.ru

Жизнь университета


Телефонный справочник Башкирского ГАУ СДО "Прометей"
Трудовой специализированый отряд  

 

Вниманию студентов 1 курса факультета заочного обучения!
С информацией о сроках первой сессии, расписаниями занятий, можно ознакомится на сайте fzo.bsau.ru


агрономия


Агрономия факультеты – университетта боронғоларҙан-боронғо бүлек булып тора, үҙ эшмәкәрлеген вуз асылғандан бирле башҡарып килә.

Ҙур квалификациялы специалистар әҙерләү шундай һөнәрҙәр буйынса алынып барыла: 110101 Агрохимия һәм аграр тупраҡ өйрәнеү («Ауыл хужалығы объекттарын һәм продукцияһын сертификациялау»), 110102 Аграр экология («Экологик экспертиза һәм аудит»), 110201 Агрономия («Баҫыусылыҡ» һәм «Йәшелсәлек»), Емеш-йәшелсә һәм виноградсылыҡ («Фитодизайн») бүлектәре. Шулай уҡ факультетта Агрономия (110200) буйынса бакалаврҙар әҙерләү булдырылған.

Уҡыған контингент 700-ҙән ашыу талип тәшкил итә. Аграр вуздар һәм агрономия һөнәренә уҡыусылар араһында, беҙҙең факультеттың талиптары һәм йәш уҡытыусылары, ғилми гранттар биләүселәре, Бөтә Рәсәй конкурстарында ғилми эштәр еңеүселәре һәм бүләкләнеүселәре булып тора.

Бөгөнгө көндә факультеттың дүрт кафедраһында 60 уҡытыусы: шул иҫәптән, 18 доктор һәм 36 фән кандидаты эшләй.

Агрономия факультеты Башҡортостан республикаһында ғилми ҡаҙаныштары менән киң билдәле. Бөгөнгө көндә ғилми йүнәлештәре шундай: тупраҡ барлыҡҡа килеү процесы һәм тупраҡты агроэкологик яҡтан баһалау (И. К. Хабиров), тиҙ өлгөрә торған, юғары продукциялы, экологик яҡтан ярашлы сорттар, бойҙай, ужым арышы, шәкәр сөгөлдөрө, клевер, фасоль һәм көнбағыш гибридтарын орлоҡландырыу һәм селекциялау (С. Н. Самигуллин, Р. Р. Исмагилов, Р. К. Кадиков), экологик яҡтан ҡурҡынысы булмаған юғары сифатлы үҫемселек продукцияларын етештереү технологиялары (Р. Р. Исмагилов), агрорудалар нигеҙендә етештерелгән минераль һәм органик-минераль ашламаларҙың яңы төрҙәренең файҙалылығын арттырыу юлдары һәм эшкәртеүе (Н. А. Середа), конвейерҙа етештерелеүсе мал аҙығы, юғары аҡһымлы һәм ғәҙәти булмаған мал аҙығы технологиялары (С. Н. Надежкин), төрлө функциональ биофунгицидтарҙы эшкәртеү (Р. М. Хайруллин), агроландшафт яҡтан ер менән файҙаланыу системаһын камиллаштырыу (Р. С. Кираев).

Факультет кафедраларының тәжрибәле стационар баҫыуҙары университеттың, Өфө районының баҫыусылыҡ һәм йәшелсә-емеш етештереүсе уҡыу-тәжрибә үҙәгенең, Ҡырмыҫҡалы районының «Артемида» ферма хужалығының база предприятиеһында һәм етештереү кафедраһында, Шишмә районының «Агли» ферма хужалығында, ботаника баҡса-институтында, «Башҡорт» агрохим хеҙмәт күрһәтеү үҙәгендә, Баймаҡ, Шишмә, Кушнарен БНИИСХ селекция үҙәктәрендә, «Алексей» савхозы һ. б. бүлектәрендә тупланған.

Һуңғы 10 йыл эсендә Агрономия факультетының уҡытыусылары 1300-ҙән ашыу эш баҫтырылып сығарған. Шул иҫәптән, 48 монография, 67 китап һәм уҡыу ҡулланмаһы, 9 патент алынған, 7 яңы сорт сығарылған, Халыҡ- ара, Бөтә Рәсәй, республика күләмендә төрлө конкурс, күргәҙмәләрҙә 17 алтын, көмөш, бронза медалдәре яулап алынған. Шулай уҡ уникаль тупраҡ музейы тыуҙырылған, унда Башҡортостандың монолит тупрағының буй киҫерештәре, ғилми экспедиция менән һалынған һәм тәҡдим ителгән.

Агрономия факультеты үҙенең эшләгән ваҡытында 9 меңдән ашыу юғары күләмле белгес әҙерләп сығарған.

«Ер эшкәртеүселек һәм тупраҡ өйрәнеү»; «Агрохимия, үҫемлек һаҡлау һәм агроэкология»; «Үҫемлек үрсетеүселек, мал аҙығын етештереү һәм йәшелсә-емеш үрсетеүселек»; «Үҫемлектәр ботаникаһы, физиологияһы һәм селекцияһы» кафедралары эшләй.

Адрес: 450001, Башҡортостан Республикаhы, Өфө ҡалаhы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 34,  каб. 244
Тел. +7 (347) 228-08-78
E-mail: kiraev@bsau.ru


Все права защищены © 2009
Башкирский государственный аграрный университет
Создание сайтов в Уфе
«Экспресс лаб»